Хәүефһеҙлек
11 Апрель 2020, 17:00

Егет тә, ат та һәләк булған

Бөгөн төндә булған аварияның эҙемтәләре ҡот осҡос...

Бөгөн төндә Миәкә районында булған аварияла күп кеше зыян күрҙе.
Шишмә – Аксенов – Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 139-сы километрында 23 йәшлек водитель ҡараңғыла атты күрмәй ҡала. Уға ҙур тиҙлектә килеп бәрелә һәм, юлдан осоп, ауа. Кешеләр “ВАЗ-2112” автомобилендә китеп барған була.
Һөҙөмтә бик аяныслы. Ҡотҡарыусылар емерелгән машина эсенән 29 йәшлек егеттең кәүҙәһен саҡ сығара. Водитель менән тағы ике пассажир ҡыҙ төрлө йәрәхәттәр ала. Уларҙы дауаханаға алып китәләр. Меҫкен ат авария урынында уҡ һәләк була.
Әле фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Кисә республика юлдарында ете автомобиль аварияһы теркәлгән. Уларҙа берәү һәләк булған, туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас