Хәүефһеҙлек
11 Апреля 2020, 08:35

Усаҡ янында - мәйет...

Эргә-тирәне таҙалайым тип ашыҡҡанмы?

Был фажиғә Өфө районының Нижегородка ауылында була.
Уның янындағы баҫыуҙы ут ялмап ала. Янғын һүндереүселәр урынға килеп еткәндә, “ҡыҙыл әтәс” 100 квадрат метр майҙанға таралып өлгөргән була.
Утты һүндергәс, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илле йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәйет яғылған усаҡ янында була. Фаразлауҙарынса, ирҙең эргә-тирәне таҙалап, сүп-сарға ут төрткән саҡта төтөнгә сәсәп үлеүе ихтимал. Янғын сығыу сәбәптәре, кешенең нисек һәләк булғаны асыҡлана, шулай уҡ янғын эҙемтәләрен тикшереү лабораторияһы эксперттары эшләй.
Яҙ етеп, ер бер аҙ кибеү менән күптәр шәхси ихаталарын, урам буйҙарын, баҡсаларын таҙарта, ҡыйҙы яға башлай. Был янғын сығыуҙың төп сәбәпсеһе булып тора ла инде. Шуға күрә ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаһаҡ ине. Бер бөртөк шырпынан тотош урмандың, баҫыуҙың, ауылдың янып юҡҡа сығыуы ихтимал. Һаҡ булайыҡ!
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас