Хәүефһеҙлек
12 Апреля 2020, 07:50

"Асығыҙ, һеҙгә ярҙам итергә килдем"

Йорт хужабикәһе үҙен "ирекмән" тип танытҡан ҡыҙҙы фатирына индерһә...

Салауат ҡалаһында йәшәгән 88 йәшлек пенсионерҙың фатиры ишеген үҙен ирекмән тип танытҡан ҡыҙ шаҡый һәм оло йәштәгеләргә төрлө мәсьәләләр буйынса ярҙам итеүен белдерә.
“Йорт хужабикәһе таныш булмаған кешене фатирына үткәрә. "Ирекмән" төрлө һүҙҙәр һөйләп пенсионерҙы кухняға алып сыға, был ваҡытта фатир ишеге асыҡ ҡалдырыла, сөнки ярҙамсыһы керергә тейеш була”, - тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Бер нисә көндән әсәһенә улы хәл белергә килә. Әбей уға йыйып барған аҡсаһының 70 мең һумы юғалғаны хаҡында хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатыла. Әле уғрыларҙы эҙләү дауам итә, уларҙы күреп-белеүселәр булһа, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеүҙәре һорала.
Ведомство иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә ишек асмағыҙ, уларҙы берүк фатирығыҙға индермәгеҙ, әгәр үҙҙәрен социаль, торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр тип таныталар икән, мотлаҡ рәүештә танытмаларын күрһәтеүҙе талап итегеҙ.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас