Кисә хәбәр итеүебеҙсә, Кушнаренко районының Шәрип-Первушин автомобиль юлында теркәлгән үлемесле авария хаҡында хәбәр иткәйнек. Водителдең енәйәт урынын ташлап ҡасыуы тураһында ла яҙып үттек.
Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оператив эҙләү барышында авария урынынан ҡасҡан водителдең шәхесе асыҡланған. Ул 18 йәшлек егет булып сыҡҡан.
Тикшереү барышында уның төрлө тән йәрәхәттәре менән аңын юғалтып ятыуы асыҡланған. Күрәһең, юл-траспорт ваҡиғаһында рулдәге егет тә ярайһы уҡ зыян күргән. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙатҡандар. Асыҡланыуынса, егеттең водитель танытмаһы ла булмаған.
Был хәл буйынса дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тикшереү эше башлаған.