Мәғлүм булыуынса, Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы Рөстәм Рәхмәтуллин 11 апрелдә юғары температура һәм һалҡын тейеү билдәләре менән ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ тип танылған. Унан, бындай осраҡта талап ителгәнсә, коронавирус инфекцияһына анализ алғандар, һөҙөмтәһе һуңыраҡ билдәле буласаҡ.
Әле Совет районы хакимиәте өйҙән эшләү режимына күскән. Хеҙмәткәрҙәр, йәшәгән урындары буйынса ҡурсаланыу сараларын күреп, үҙ бурысын ситтән тороп үтәүен дауам итә.
Шулай итеп, әлегә бөтә тейешле санитар-иҫкәртеү саралары күрелгән – хакимиәт бинаһында, барлыҡ бүлмәләрҙә, тышҡы биләмәһендә лә дезинфекция эшкәртеүе үткәрелгән. Совет районы штабы булдырылған, унда хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә инә. Штаб менән Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов етәкселек итә. Хәл махсус күҙәтеү аҫтында.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.