Хәүефһеҙлек
17 Апреля 2020, 13:20

Һаҡ булығыҙ: кешеләрҙең бәләһендә мутлашыусылар аҡса эшләй!

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән онлайн брифингта төрлө ведомство белгестәре халыҡты ҡыҙыҡһындарған һорауҙарға яуап бирҙе.

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү йәһәтенән үткәрелгән онлайн брифингта төрлө ведомство белгестәре республика халҡын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан вафат булған ике кешегә килгәндә, был ирҙәрҙең икеһе лә хроник сирҙәр менән яфаланыуы мәғлүм. Береһе инсулинға бәйле шәкәр диабеты, икенсеһе – киҫкен лейкоз менән ауырыған, коронавирус инфекцияһы пневмонияға килтергән.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак уларҙың ойошмаһы исеменән мутлашыусылар әүҙемләшеүе хаҡында белдерҙе. Баҡтиһәң, баш ҡаланың Шәфиев урамында урынлашҡан бер фирма вәкилдәре үҙҙәрен үрҙә телгә алынған ойошма исеменән таныштыра һәм бер нисә мең һумға санитар китаптар, коронавирус шарттарында ҡала буйлап йөрөй торған белешмәләр һәм башҡа документтар эшләп бирергә вәғәҙә итә, имеш. Нигеҙҙә, улар бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә шылтыраталар икән. Анна Казак был хәлдең Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә ҡағылышы булмауын, шундай хәлгә юлығыусылар табылһа, туранан-тура уларҙың ойошмаһына йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә саҡырҙы.
– Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәге коронавирусты иҫкәртеү йәһәтенән эпидемиологик сараларҙы һәм лаборатория тикшереүҙәрен бушлай башҡара, - тине баш табип.
Тулыһынса йәки өлөшләтә карантин саралары индерелгән учреждениеларға килгәндә, уларҙың исемлеге түбәндәгесә: Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Бәләбәй, Бөрө, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларындағы дауаханалар, баш ҡаланың 8-се, 21-се, 22-се дауаханалары, Республика онкология диспансеры һәм Нефтекама психоневрологик интернаты.
Фото: rbk.ru
Читайте нас