Бөгөн ҡотҡарыу хеҙмәтенә Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан хәүефле хәбәр килгән: күперҙән йылғаға "ВАЗ-2199” автомобиле ауып төшкән.
Был хаҡта “Башинформ” агентлығы хәбәр итә. Ҡотҡарыусылар, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе вәкилдәре тиҙ арала фажиғә урынына барып еткән. Машинаны һыуҙан автокран ярҙамында һөйрәп сығарғандар. Уның эсендә 27 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған.
Әле тәфтишселәр юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау өсөн оператив саралар үткәрә. Ирҙең автомобилдә бер үҙе булыу-булмауы ла асыҡланмаған. Бәлки, башҡаларҙы ағым алып киткәндер тигән фараз да бар, тип хәбәр итәләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетынан.