17 апрелдән бирле ирекмәндәр 77 йәшлек Әмир Мәсәғүтовты эҙләй ине. Үткән ял көндәре уның табылыуы тураһында билдәле булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үле килеш...
Туғандары һөйләүенсә, ирҙе күрше ауылдан тапҡандар. Мәрхүм үҙе ошоғаса Стәрлебаш районының Байраҡ ауылында ғүмер кисергән.
"Яҡындары уны бер нисә көн туҡтамай эҙләне, яҡын-тирә ауылдарҙағы һәр йорт буйлап тигәндәй һорашып йөрөнө. Үле кәүҙәһен Отрадовкала тапҡандар. Йөрәк сиренән үлгән тиҙәр", - тип белдергән мәрхүмде яҡындан белгән шаһит ГорОбзор.ру сығанағына.