Хәүефһеҙлек
22 Апреля 2020, 18:55

Белорет районында юлдар ябыла

Был нимәгә бәйле?

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында бөтә төр транспорт өсөн дә автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкалары ябыла. Был йылғаларҙа һыу күләме күтәрелеүгә бәйле.
Шулай итеп, 22 апрелдең 17.00 сәғәтенән 24 апрелгә тиклем түбәндәге юлдар ябыла:
Үрге Әүжән – Исмаҡай – Олойылға станцияһы – Ишле-Туҡан-Егәҙе юлы 1+561 км – 22+410 км участкаһында (Үрге Әүжәндән Исмаҡайға тиклем);
Инйәр – Ноҡат – Айыс юлы 0+064 км – 30+200 км участкаһында (Инйәрҙән Айысҡа тиклем).
Сикләү ваҡытының үҙгәреүе ихтимал.
Өҫтәмә мәғлүмәтте Башҡортостан Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер бүлексәһенә 8-927-955-11-00 телефоны буйынса шылтыратып алырға була.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас