Хәүефһеҙлек
22 Апреля 2020, 16:55

Бер юлы өс кешене эҙләйҙәр

Ирҙәр йылға буйына сығып китеп ғәйеп булған...

Әле Башҡортостан йылғаларында ҡотҡарыусылар бер юлы өс кешене эҙләй. Был турала республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

11 апрелдә 59 йәшлек ир Архангел районының Карташевка ауылы янындағы Еҙем йылғаһына киткән еренән әйләнеп ҡайтмай. Улы ярҙам һорап ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Уны эҙләү дауам итә.

Нуриман районында ла ошоға оҡшаш хәл: 17 апрелдә 39 йәшлек ир балыҡҡа тип сығып китә һәм кире ҡайтмай. Йылға яры буйлап эҙләү-ҡотҡарыу эштәре ойошторолған.

Өсөнсө юғалған ир Белорет районында теркәлгән. Ул 20 апрелдә сығып киткән һәм бөгөнгәсә ҡайҙалығы билдәле түгел. Ҡотҡарыусылар Белорет һыуһаҡлағысының яр буйын тикшергән, катамаранда йылғала эҙләү үткәрелгән. Әлегә бер ыңғай һөҙөмтә лә юҡ, эҙләү дауам итә.

Фото: mk.set.ru
Читайте нас