Социаль селтәрҙәрҙә ғауға ҡупты: Бәләбәй ҡалаһында полиция хеҙмәткәрҙәренең үҙ-үҙеңде изоляциялау режимын боҙоп урамға сыҡҡан ҡатынды тотоуы, уның ҡулдарын шаҡарып, махсус машинаға алып барыуы күптәргә оҡшаманы.
“Бер ҡатынға ҡаршы – алты ир! Оят түгелме? Көсһөҙ ҡатындарға ҡаршы ғына көрәшә алаһығыҙмы?” - кеүегерәк дәғүәләр яуҙы. Әммә әле интернет селтәрендә хәлде асыҡлаған видеояҙма барлыҡҡа килде. Унда ваҡиғаның башы асыҡ күренә һәм йәмһеҙ хәлдең нимәнән башланғаны асыҡлана.
Роликтан күренеүенсә, ҡатын лаяҡыл иҫерек, ә полиция хеҙмәткәренең: “Битлегегеҙ ҡайҙа?” - тигән һорауына “мин сирле түгелмен” тип яуаплай. Ҡурсаланыу режимын боҙған өсөн административ яуаплылыҡ янауы хаҡында иҫкәрткәс, ҡатын йәмһеҙ һүҙҙәр менән әрләшә, янай. Тыныс ҡына торған хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә ташланырға маташа.
Иҫерек ҡатынды шешәләш әхирәте тынысландырыға маташһа ла, ул тынысланырға уйламай ҙа, һүгенә, ҡысҡыра һәм полицейскийҙарҙы кәмһетә. Һөҙөмтәлә йәмәғәт тәртибен боҙған ҡатынды хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бүлеккә алып китергә мәжбүр булған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.