Хәүефһеҙлек
23 Апрель 2020, 08:45

Мәйет водителдеке түгел. Ә ул ҡайҙа һуң?

Күперҙән йылғаға "ВАЗ-2199” автомобиле осоп төшөүе тураһында хәбәр иткәйнек. Уның эсендә 27 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Уны кисә ерләгәндәр.

Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан хәүефле хәбәр килеүе, күперҙән йылғаға "ВАЗ-2199” автомобиле осоп төшөүе тураһында хәбәр иткәйнек.
Ҡотҡарыусылар, “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе хакимиәте вәкилдәре тиҙ арала фажиғә урынына барып етеп, машинаны һыуҙан автокран ярҙамында һөйрәп сығарған. Уның эсендә 27 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табылған. Уны кисә ерләгәндәр.
Тәфтишселәр юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлау өсөн оператив саралар үткәргәндән һуң шул асыҡланған: һәләк булған ир автомобиль водителенең дуҫы булып сыҡҡан. Егеттәр фажиғә алдынан күрше ауылға барған, унда бер ни тиклем ваҡыт булғандан һуң, ҡайтырға сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина күперҙән йылғаға ҡолаған, ул түбәһенә әйләнеп ятҡас, тәҙрәләре ватылған.
Хәҙер хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм егеттәрҙең ауылдаштары водителде эҙләй: ул, ауған машинанан сығып ҡайҙалыр киткәнме, әллә дуҫы менән бергә батып, шулай уҡ һәләк булғанмы? Улайһа, кәүҙәһе ҡайҙа?
Әлеге ваҡытта полицейскийҙар яр буйҙарын иңләй, юл-транспорт фажиғәһендә нисә кеше булыуын асыҡлай. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре хәлдең шаһиттарын эҙләй.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас