Хәүефһеҙлек
24 Апрель 2020, 20:25

Белоретта - ҡыш...

Төндә туңдырһа, хәл ҡатмарлашасаҡ. Һаҡ булығыҙ!

Яҙҙың һуңғы айына аяҡ баҫырға торһаҡ та, ҡыштың әле һаман хушлашҡыһы килмәгән кеүек - һыуыҡ, ҡар яуа.
Белорет - Өфө автомобиль юлының Елмәрҙәк участкаһында ҡышҡы көн танатана итә. Бөгөн көндөҙ унда өс градус һыуыҡ булды. Урыны менән - боҙлауыҡ. Төндә туңдырһа, юлда хәл ҡатмарлашасаҡ.
Йәйге резина кейҙерелгән тәгәрмәстәрҙә йөрөү айырыуса хәүефле. Шуға ла Белорет тарафына юлға сығыуҙан тыйылып тороу хәйерлерәктер.
Автор фотоһы.
Читайте нас