Коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән бәғзе граждандар махсус ойошторолған обсерваторҙарҙа ике аҙналыҡ карантинда булырға тейеш, әммә ҡайһы берәүҙәрҙең түҙемлеге етмәй, имеш... Был хәл язаһыҙ ҡалмаған.
Өфө район суды Нефтекама ҡалаһы кешеһенә штраф һалған: ул Өфө районының Нижегородка ауылында урынлашҡан обсерваторҙан ҡасып киткән. Был хаҡта дәүләт органының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Был хәл 23 апрелдән 24 апрелгә ҡараған төндә булған. Ир үҙ белдеге менән профилакторийҙағы изоляция урынын ташлап киткән. Әммә ауыл ситенә лә барып етмәгән - хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре тотҡан. Бер нисә сәғәттән уға суд булған. Административ хоҡуҡ боҙоусыға 15 мең һум штраф һалынған.