Кисә кис Өфөлә бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән: экстремаль селфи яһайым тип 17 йәшлек ҡыҙ бейектән осоп төшкән.
Был хаҡта баш ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, ҡыҙ Беренсе май урамында үҫеп ултырған биш метр самаһы бейеклегендәге ағасҡа менгән һәм фото төшөргә ниәтләгән. Әммә ниндәйҙер секундта иғтибарын юғалтып, осоп төшкән. Ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәьҫирле, шәп фото яһайым тип ҡыҙ һаулығына ҙур зыян килтергән, уға яҙҙың матур көндәрен дауаханала үткәрергә тура киләсәк. Башҡалар ошо ғибрәтле хәлдән фәһем алһын ине: социаль селтәрҙә “лайктар” алам тип берҙән-бер ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйыу – мәғәнәһеҙлек.