Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы буйынса матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төндә Бәләбәй районының Знаменка ауылындағы дүрт фатирлы кирбес йорттың өсәүһен ут ялмап ала. Янғын урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар килеп етә, уларға ирекле янғын һүндереүселәр ҡушыла. Күмәк көс менән ут тулыһынса һүндерелә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ике кешенең ғүмерен өҙә. Бер бүлмәлә ике кешенең мәйете табыла. Ҡотҡарыусылар фаразлауынса, улар әсәле-уллы.