Хәүефһеҙлек
29 Апрель 2020, 18:30

"Ҡурҡаһығыҙмы? Шул кәрәк һеҙгә!"

Нефтекама магазинына эсеүҙән аңы томаланған иҫерек килеп инеп...

Нефтекама ҡалаһының Карл Маркс урамындағы "Красное и Белое" магазинында иҫереп аңы томаланған ир үҙенең агрессив ҡылығы менән һатыусыларҙы ла, һатып алыусыларҙы ла ҡурҡытып, тауарҙарҙы туҙҙырып йөрөгән, тип яҙа "Нефтекама яңылыҡтары".

Халыҡтың үҙенә ҡаршылыҡ күрһәтмәүен, ҡыҫылмауын аңлап алғас, ир кәштәләрҙәге иҫерткес эсемлекле шешәләрҙе, шул иҫәпкә ҡиммәтлеләре лә эләгә, иҙәнгә һепереп төшөрә башлай. "Ҡурҡаһығыҙмы? Шул кәрәк һеҙгә!" - тип ҡабатлай үҙе. Иҫерек байтаҡ туҙынғас ҡына һатыусы ике егет, батырлыҡтарын йыйып, янъялсыны туҡтатыуға өлгәшә һәм полиция килеп еткәнсе тотҡарлап тора. Әгәр ирҙе яуаплылыҡҡа тарттырмаһалар, килтерелгән зыян хаҡын үҙҙәренән тотоп ҡалыуҙары мөмкин, тип ҡурҡа егеттәр.

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас