Хәүефһеҙлек
1 Мая 2020, 16:20

Һеҙҙә аңлатыу эше алып барыламы?

30 апрелдән 10 майға тиклем айырым режим индерелде.

30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы айырым режим индерелде.
Был хаҡта республика Хөкүмәте ҡарарында әйтелә. Документҡа ярашлы, был режим 10 майға тиклем барасаҡ.
Ул – янғындарҙың таралмауы өсөн күрелгән өҫтәмә саралар. Тап ошо ваҡытта, нигеҙҙә, ауыл биләмәләрендәге дөйөм файҙаланыу ерҙәрендә усаҡтар тоҡандырыу, сүп-сар, үлән, төрлө материалдарҙы үртәү әүҙемләшә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә, баҫыуҙарҙа, ғәҙәттә, усаҡ тоҡандырыу осраҡтары йышая. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, урындағы үҙидара органдары халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барырға бурыслы.
Ут мөлкәтһеҙ генә ҡалдырмай, ә кеше ғүмерҙәрен дә өҙөүе ихтимал. Иғтибарлы, һаҡ булайыҡ!
Фото: les.admin-smolensk.ru.
Читайте нас