Хәүефһеҙлек
1 Май 2020, 17:55

Ә күпер һаман юҡ...

Бәләкәй генә кеүек күренгән Ѳшѳрә йылғаһы даръялай ташып, Белорет ауылдарына юлды быуҙы.

Республикала яуған ҡойма ямғырҙар үҙ кѳсѳн күрһәтте – йылғалар ташып, ярҙарынан сыҡты.

Мәҫәлән, кисә Белоретта иртәнән туҡтамай яуған ямғыр кѳтѳлмәгән хәлдәр тыуҙырҙы. Район аша үтеп барғанда үҙебеҙ ҙә шаһит булдыҡ: Ѳфѳ яғынан килгән автомобиль юлынан Ноҡат, Арышпар, Айыс ауылдарына боролған урындағы элек бәләкәй генә кеүек күренгән Ѳшѳрә йылғаһы даръялай ташып, һыу күпер аша сығып, был ауылдарға юлды быуған ине.

Хәбәр итеүҙәренсә, күптәр ауылдарына ҡайта алмай, кире боролған.

Әйткәндәй, был Ѳшѳрә йылғаһы аша күперҙе тѳҙѳү инде ике йылға һуҙылды, әле һаман эшләп бѳтә алмайҙар. Автомобилдәр ваҡытлыса һалынған ҡоролманан сығып йѳрѳй.

Автор фотоһы.

Читайте нас