Кисә төндә Өфөлә бер ҡатын күп ҡатлы йорттағы тәҙрәнән йығылып төшкән.
Был аяныслы хәл Черниковкала теркәлгән. 52 йәшлек ҡатынды үҙенең йорто эргәһендә ятҡан килеш тапҡандар. Уның күп ерҙән һөйәктәре һынған. UfacityNews.ru хәбәр итеүенсә, гүзәл зат вәкилен 13-сө дауаханаға һалғандар.
Әлегә ҡатындың бишенсе ҡаттағы үҙ фатирынан осоп төшөүе асыҡланған. Фажиғәгә тарыусының ниңә ошондай хәлгә төшкәнлеген хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәре асыҡлай. Хоҙай һәммәбеҙҙе бәлә-ҡазанан аралаһын инде.