Хәүефһеҙлек
2 Мая 2020, 18:45

Иҫереккә урам да тар

19 йәшлек ҡыҙ Сибай буйлап мопедта "сәйәхәт"кә сығып...

Быйылғы 1 Май байрамы үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибе мәленә тура килеүгә ҡарамаҫтан, режимды боҙғандар барлығы хаҡында ишетелеп тора.
Мәҫәлән, кисә төндә Сибайҙа юл фажиғәһе теркәлгән. 19 йәшлек ҡыҙ мопедҡа ултырып киске ҡала урамы буйлап "сәйәхәт"кә сыға һәм электр бағанаһына бәрелә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоиспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән белдереүенсә, уның иҫерек булыуы һәм транспорт сараһына идара итеү өсөн документтары юҡлығы асыҡлана. Ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән ҡала дауаханаһына оҙатыла.
ЮХХДИ һәр саҡ иҫкәртә: эскән килеш һәр төрлө транспорт сараһына идара итеү, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау үҙеңдең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Уяу, айыҡ, һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас