Еңел табыш артынан ҡыуып, кешеләрҙе карта иҫәбенән аҡса күсерергә мәжбүр иткән "банк хеҙмәткәрҙәре" тураһында күпме иҫкәртеүҙәр яһалыуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәр осрап тора.
Шундай ҡорбандарҙың береһе - Хәйбулла районынан 49 йәшлек ир - 269 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Уға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсағыҙҙы кибер-мутлашыусылар урларға тырыша, тип хәбәр итә. "Иҫәптәге аҡсаны һаҡлау өсөн" иргә тиҙ арала карта номерын һәм өс һанлы CVC (CVV)-кодты әйтергә ҡуша. Шулай уҡ шылтыратыусы смартфонға ике ҡушымтаны ҡуйырға ҡуша, йәнәһе, был мутлашыусыларҙан һаҡлау сараһы булып тора.
Бер ҡатлы ауыл ире ялған "банк хеҙмәткәре"нең күрһәтмәләрен теүәл үтәй. Бер аҙ ваҡыттан һуң ул аҡсаһынан елдәр иҫкәнен һиҙеп ҡала. Үҙенең алданғанын аңлаған ир тиҙ арала хоҡуҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итә. "Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла, әле шылтыратыусының шәхесе асыҡлана. Уның телефон номерының Мәскәү ҡалаһында теркәлгәне асыҡланған", - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әйткәндәй, зыян күргән ир юғалтҡан аҡсаһын бер нисә йыл Себерҙә вахта ысулы менән эшләп туплаған була.