Юҡҡа ғына янғын һүндереүсене донъялағы иң хәүефле 10 һөнәр исемлегенә индермәйҙәр. Бурыстарын үтәгән ваҡытта, уларҙы хәүеф һағалап ҡына тора.
Кисә баш ҡаланың Башҡорт кавалерия дивизияһы урамында янғын сыға. Утты ауыҙлыҡларға 13 ҡотҡарыусы һәм дүрт берәмек техника йүнәлтелә.
10х15 метрлыҡ кирбес йортта сыҡҡан янғын тиҙ арала һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡыйыҡ янып, емерелә һәм янғын һүндереүселәрҙең береһе бейектән ҡолап төшөп, ауыр йәрәхәтләнә.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Ашығыс ярҙам" машинаһында ҡотҡарыусы 18-се дауаханаға оҙатыла. Уның хәле ауыр тип баһалана.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.