Хәүефһеҙлек
7 Мая 2020, 18:00

Иҫке зыяратта табылған...

27 йәшлек ир былтыр йәй юғалған булған.

Былтыр йәй республика райондарының береһендә юғалған 27 йәшлек ирҙе тапҡандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул күптән вафат булған, ә кәүҙәһе ташландыҡ зыяратта ятҡан.
Ир бик оҙаҡ яҡындары менән бәйләнешкә сыҡмағас, туғандары былтыр йәй уны борсолоп эҙләргә керешкән, ирекмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылған. Әммә был бер ниндәй ҙә һөҙөмтәгә килтермәгән.
Ошо көндәрҙә иһә насар яңылыҡ мәғлүм булған. “Комсомольская правда” порталы хәбәр итеүенсә, ирҙең һөлдәһен йортонан алыҫта булған иҫке зыяратта тапҡандар. Ул үҙенә үҙе ҡул һалған тигән фараз да бар. Ирҙең фәҡәт шул кеше икәнлеген эргәһендә табылған документтарҙан асыҡлағандар.
Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары был сәйер үлемдең ысын сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: online.ru
Читайте нас