Стәрлебаш районындағы юл трассаһында ҡурҡыныс юл ваҡиғаһы теркәлә: Ҡырғыҙ-Миәкә – Стәрлебаш автоюлының 41-се километрында микроавтобус яна.
БР буйынса ЮХХДИ матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, иң тәүҙә көсһөҙ генә шартлау тауышы ишетелә һәм салонда кинәт ут ҡабына. Бәлә ваҡытында «Газель Next» микроавтобусында 5 пассажир һәм 34 йәшлек водитель була. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй – барыһы ла автобусты ташлап сығып өлгөрә.
Юл ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ-нан.