Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың хәбәр итеүенсә, машина әйләнгән килеш табылған. “Лада Приора”ны йылғанан сығарғас, унда ике ирҙең мәйете барлығы асыҡланған. Алдан күҙаллауҙар буйынса, машинаға 32 йәшлек ир идара иткән.