Юл фажиғәһендә өҙөлгән ғүмерҙәр һәр саҡ аяныслы. Айырыуса, балалар һәм йәштәр китһә йәл...
Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡ менән Стәрлебаш райондары араһында ҡот осҡос авария булғайны. 34 йәшлек “Мазда” водителе Стәрлебаш яғынан килә һәм шул уҡ йүнәлештә китеп барған “ВАЗ-2108” автомобиленә барып бәрелә. Ватан машинаһы руле артында 22 йәшлек ҡыҙ ултырған була. Аварияға сәбәпсе булған ир машинаһынан сығып ҡаса. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул иҫерек килеш йөрөгән өсөн водитель танытмаһын алдырған булған.
“КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, авария урынында “ВАЗ-2108” машинаһының пассажиры һәләк була. Ул 26 йәшлек Елембәт ауылы егете Рәүис булып сыға. Водитель ҡыҙ һәм 27 йәшлек тағы бер пассажир ир бик етди йәрәхәттәр алған. Әле улар ауыр хәлдә дауаханала.
Күп тә үтмәй “Мазда” водителен табалар һәм полиция бүлексәһенә килтерәләр. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Рәүистең яҡындары һәм туғандары был ҡайғыны бик ауыр кисерә. Был аңлашыла ла. Йәп-йәш егет бигерәк йәл шул.
– Һин бит йәшәп тә өлгөрмәнең, өйләнмәнең, ғаилә һәм балалар үҫтереүҙең нимә икәнлеген дә белмәй ҡалдың. Йәштәрҙе алып киткән был донъя бигерәк бәғерһеҙ шул, – тип яҙҙы егеттең инәһе.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Юлдарҙа ипле йөрөйөк.
Фото: БР буйынса ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәте.