Бөйөк Еңеү көнөндә Ағиҙел ҡалаһындағы полицияға дауаханаға ике яралы кешене килтереүҙәрен хәбәр иткәндәр. 44 йәшлек ҡатындың – эсенә, 43 йәшлек ирҙең муйынына бысаҡ менән сәнскәндәр. Өҫтәүенә, улар ирле-ҡатынлы икән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, полицейскийҙар енәйәт ҡылыуҙа шик аҫтына алынған кешене тиҙ арала тотоп, бүлеккә килтергән. Ул бығаса хөкөм ителгән 58 йәшлек ир булып сыҡҡан.
Баҡһаң, был өсәү урамда танышҡан. Аралаша торғас, ир ике яңы танышын фатирына ҡунаҡҡа саҡырған, былап өсәүләп кәйеф-сафа ҡорған, алкоголле эсемлектәр ҡулланған.
Бер мәл йорт хужаһы һәм ҡунаҡтар араһында низағ ҡупҡан, ир, оҙаҡ уйлап тормайынса, бысаҡ алып ирле-ҡатынлы икәүгә ташланған. Ҡаты яраланған булыуына ҡарамаҫтан, “Ашығыс ярҙам”ды ҡатын саҡырып өлгөргән.
Енәйәтсе ҡылығын таныған, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.