Хәүефһеҙлек
11 Мая 2020, 16:45

Хосписта - янғын

Тәүҙә, биш кеше һәләк булған, тиелһә, әле әйтеүҙәренсә...

Байрам көндәре фажиғәләрһеҙ генә лә үтмәне. Кисә Мәскәү янындағы Красногорскиҙа шәхси хосписта ҙур янғын булып, күп кешенең ғүмере өҙөлә.
Икенсе ҡаттан башланып, 30 квадрат метрҙы ялмап өлгөргән утты ҡотҡарыусылар тиҙ арала һүндереүгә өлгәшкән, унда булған кешеләрҙе эвакуациялағандар, тип белдерәләр төбәк Ғәҙәттән тыш министрлығынан.

Хоспис булараҡ тәғәйенләнеш алған "Икенсе өй" тип аталған пансионатта был ваҡытта 18 пациент булған. Тәүге мәғлүмәттәрҙә биш кеше һәләк булған тиелһә, һуңғыларында уларҙың һанының туғыҙға еткәнлеге тураһында яҙыла.

Тәүге фараз буйынса,ут һыу йылытҡыстың төҙөкһөҙлөгө сәбәпле сыҡҡан.Шулай ҙа асыҡлайһы мәсьәлә күп бында - фажиғә булған урында әле тәфтишселәр, криминалистар эшләй, янғын сәбәбен тикшерә.

Фото: Красногорск ҡалаһы хакимиәте сайты.
Читайте нас