Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотоға һәм видеоға теркәгән 609 комплекс ҡуйыу буйынса эш тамамланды.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты белгестәре әйтеүенсә, ошо көндәрҙә юлда тәртип боҙоуҙарҙы автоматлаштырылған рәүештә теркәү йәһәтенән 114 камера сафҡа индерелде. Төбәктәге 63 муниципалитетта йәмғеһе 609 ҡулайлама эшләй башланы.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, был проектты тормошҡа ашырыу иң элек юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға, юл фажиғәләрендә үлем осраҡтарын кәметеүгә йүнәлтелә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре камералар юлда етешһеҙлектәрҙе кәметеүгә йоғонто яһай, тигән фекерҙә. ЮХХДИ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, мәҫәлән, быйыл март айында авариялар күләме былтыр марттағы менән сағыштырғанда 16 процентҡа, ә үлем кимәле 47 процентҡа түбәнәйгән.