Хәүефһеҙлек
15 Мая 2020, 15:50

Яуапһыҙ мөхәббәттән яфаланып...

16 йәшлек үҫмер үлем менән йәшәү араһында ҡалған.

Кисә баш ҡала дауаханаларының береһенә 16 йәшлек үҫмерҙе алып килгәндәр.
“Комсомольская правда” порталы хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанаҡтарға таянып хәбәр итеүенсә, табиптар был хаҡта тиҙ арала полицияға еткергән.
Асыҡланыуынса, егет яуапһыҙ мөхәббәттән яфаланған, һәм ошо кисерештәре фажиғәгә еткерә яҙған. Үҫмер үҙенә-үҙе ҡул һалырға маташҡан, фатирҙың иҙәнендә байтаҡ ваҡытта үлем һәм йәшәү араһында ятҡан. Шул килеш уны яҡындары тапҡан һәм тиҙ арала “Ашығыс ярҙам”ға шылтыратҡан.
Бәхеткә күрә, үҫмерҙе бәләнән ҡотҡарып алып ҡалғандар. Йүнәлеп сыҡҡас, ул уйланыр, хаталы аҙымы хаҡында һығымта яһар, тип өмөтләнәйек.
Фото: lieman.ru
Читайте нас