Хәүефһеҙлек
16 Мая 2020, 18:45

63 йәшлек ҡатынды тапатҡан

Йәйәүле шунда уҡ йән биргән. "Уны 15 метрҙай һөйрәтеп барҙым", - тип белдергән водитель...

15 май төн уртаһында Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәйәүле ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, "Kia Rio" автомобиле (рулдә - 33 йәшлек ир) 63 йәшлек ҡатынды тапаған. Бәрелеү һөҙөмтәһендә ҡатын шул урында йән биргән. Йәйәүле юлды тәғәйенләнмәгән урындан сығып барған, тиелә яңылыҡтарҙа.

"Йәйәүле ҡатын юлда ҡапыл пәйҙә булды, бер нисек тә туҡтап өлгөрә алманым - был урын йәнле трасса һанала. Күргәс тә һулға тартырға уйлағайным, ул машинаның ҡырына бәрелеп өлгөрҙө. Шулай уны туҡтай алғансы, йәғни 15 метрҙай һөйрәтеп барҙым", тип үҙ фаразын һөйләгән водитель. Был факт буйынса тикшереү эше башланған.

Юлдарҙа иғтибарлы, бер-беребеҙгә ҡарата ихтирамлы булайыҡ!

Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас