Хәүефһеҙлек
17 Мая 2020, 08:40

Бабайҙың 150 мең һумын урлаған

"Уны йәлләп, йортома йәшәргә индереп торғайным..."

Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районында йәшәгән оло йәштәге кеше үҙенең изге йөрәкле булыу арҡаһында зыян күргән.
Урындағы полицияға 84 йәшлек бабай мөрәжәғәт иткән. Уның 150 мең һум аҡсаһын урлағандары мәғлүм булған.
Баҡһаң, бабай, йәлләп, 18 йәшлек Благовещенск ҡалаһы гражданын йортона йәшәргә индереп торған икән. Уныһы иһә бер нисә көн эсендә оло кешенең ышанысы менән файҙаланып, сейфта һәм янсыҡта ятҡан аҡсаларын сәлдергән. Ҙур сумманы үҙ мәнфәғәтендә тотонған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре йәш уғрыны тиҙ арала тотҡан, ул ҡылығын таныған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ит изгелек – көт яуызлыҡ, тигәндәре бына ошо була инде...
Фото: kpcdn.net
Читайте нас