Бәләбәйҙә бер ҡатынды сәйер эш ѳҫтѳндә тотҡандар: ул кѳпә-кѳндѳҙ ҡала уртаһындағы аҡланда пакеттағы елемде еҫкәп, "кәйеф күтәреп" ултырған. Ул был шөғөлө менән шул тиклем мѳкиббән китеп булыша, хатта үтеп барғандарға ла иғтибар итмәй. Токсикоманды шул урындан уҙған кешеләр камераға тѳшѳрѳп алып, социаль селтәргә һала.
Мәғлүм булыуынса, был хәл бер бѳгѳн генә ҡабатланмай икән.
"Мин уны былтыр йәй ҙә күрҙем, ошо уҡ урында елем еҫкәп ултыра ине", - тип яҙа бер ҡатын.
Әлбиттә, бындай хәлдәргә күҙ йомоп ҡарарға ярамай, тейешле органдар сара күрер тип ышанғы килә.