Хәүефһеҙлек
18 Май 2020, 16:15

Ҡайҙан килә бындай йыртҡыслыҡ?

"Инвалидты ни өсөн ул тиклем яфаланығыҙ?" тигән һорауға үҫмерҙәрҙең береһе: "Ҡыҙыҡ өсөн", - тип яуаплаған...

Стәрлетамаҡта яңыраҡ булған бер ваҡиға йәнде тетрәндерҙе: көсө ташып торған үҫмер инвалидты туҡмаған. Был хәл яҙҙырылған видео интернетта донъя күрҙе.
Ҡала халҡы әйтеүенсә, зыян күргән меҫкен - психик тайпылыштары булған ир. Ҡылығы сәйерерәк булһа ла, уның быға тиклем бер ҙә агрессивлығы тойолманы, тиҙәр уның хаҡында. Видеояҙманан күренеүенсә, ирҙең фатиры янына бер үҫмер килеп, уның ишеген баҫмаҡлай, ҡалғандар, кадр артындағылар, уның "геройлығы"н видеоға яҙҙыра. Ир баҫҡыс майҙансығына сыҡҡас, тәүҙә уның яғына теләһә ниндәй һүгенеү һүҙҙәре яуа, шунан инде йәш кешенең йоҙроҡтары эшкә егелә. Яҡлауһыҙ инвалид таяғы менән һелтәнеп ҡарай, ә үҫмер һаман туҡтамай, йығылғанды типкеләүҙән дә тартынмай. Был үҫмерҙе урындағы халыҡ тиҙ таный.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инцидент апрелдә үк булған. 50 йәшлек әлеге инвалид подъезда шаулашҡан йәштәргә биҙрә менән һыу һипкәндән һуң башланған улар араһындағы конфликт. Һөҙөмтәлә аҙағы ошо видеояҙмалағы хәл менән тамамлана. "Ни өсөн улай яфаланығыҙ?" тигән һорауға үҫмерҙәрҙең береһенең "Ҡыҙыҡ өсөн" тип яуаплауы бөтөнләй башҡа һыймай...

"Был инцидентта ҡатнашҡандар полицияға килтерелде. Ҡарауһыҙ йөрөгән үҫмерҙәрҙең тәртибе буйынса уларҙың ата-әсәләренә ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлдө. Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор хәл-ваҡиғаны тикшерә", - тип аңлатма бирәләр ведомствонан.

Фото: realty.rbc.ru
Читайте нас