Хәүефһеҙлек
18 Май 2020, 18:30

Ҡош ите ашағылары килгән, имеш...

Был юлы әшнәләрҙең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә, Кирәбе ауылынан ике километр самаһы алыҫлыҡта, һуйырға һунар итеп йөрөүе икән...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы районы полицияһына оператив хәбәр еткерелгән: айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә, Кирәбе ауылынан ике километр самаһы алыҫлыҡта, ҡоштарҙы аталар икән.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юлланған һәм тиҙ арала законһыҙ һунар менән шөғөлләнгән икәүҙең шәхесен асыҡлаған: улар 21 һәм 24 йәшлек урындағы кешеләр булып сыҡҡан. Был юлы әшнәләрҙең һуйырға һунар итеп йөрөүе икән...
Был икәү урманға мотоциклда һәм мопедта килгән. Һәр ҡайһыһының патронлы ҡоралы, рюкзагы булған. Асыҡланыуынса, ҡоралды ла улар законһыҙ рәүештә һаҡлаған. Ә атып алған ҡош түшкәләрен рюкзактарына тултырып ҡуйғандар.
Уларҙың йәшәгән урындарында ла тикшереү үткәргәндәр, 21 йәшлегенең йортонда патрондар табылған. Дүрт һуйырҙы атып, был юлы республика тәбиғәтенә 24 мең һумлыҡ зыян килтергәндәр.
“Һунарсы”ларға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайты.
Читайте нас