Ошо көндәрҙә Иглин районында полицияға урындағы медицина учреждениеһынан шылтыратҡандар.
Әйтеүҙәренсә, дауаханаға оло йәштәге кеше мөрәжәғәт иткән. Баҡһаң, уға ике билдәһеҙ кеше һөжүм иткән һәм өйөнән уның мөлкәтен урлаған. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Зыян күреүсе 1939 йылғы пенсионер бәйән итеүенсә, ул төнөн ныҡ итеп ишек туҡылдатҡанға уянып киткән. Уны-быны уйламайынса, бабай ишекте асып ебәрһә...йөҙөн ҡара битлек менән ҡаплаған ике әҙәм йортҡа бәреп ингән, оло кешене иҙәнгә йыға һуғып, типкеләп ташлаған. Аҡса талап иткәндәр, эҙләнә башлағандар. Шкафтан ете мең һум аҡса тапҡас, бәләкәс иҫке телевизорҙы ла алып, был ике ҡәбәхәт сығып киткән.
Бабай бик ныҡ ҡурҡҡан, шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итергә ҡыйыулығы етмәгән. Иртән генә медицина хеҙмәткәрҙәренә хәлен һөйләп биргән.
Ваҡиға урынында эксперт-криминалист бер талаусының бармаҡ эҙҙәрен табып, талаусының береһе кем булғанын асыҡлағандар. Тиҙҙән икенсеһе лә билдәләнгән.
Билдәле булыуынса, пенсионерға быға тиклем ике тапҡыр хөкөм ителгән 41 һәм 36 йәшлек урындағы әҙәм аҡтыҡтары һөжүм иткән икән. Улар йәшәгән урында бабайҙың телевизоры һәм аҡсаның бер өлөшә табылған. Ҡалғанын был икәү эскегә тотоноп бөткән.
Талаусылар бабайға һөжүм итеү планын эсеп алғас ҡорғанын һөйләгән. Уларға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.