Эш урынында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтар буйынса төҙөлөш өлкәһе иң хәүефлеләрҙән һанала. Былтыр республикала ошо тармаҡта 27 бәлә теркәлгән, 11 кеше үлгән.
Бөгөн иртән Өфөнөң Ленин районында барған төҙөлөштәрҙең береһендә кран көйәнтәһе емерелеп, юғарынан ергә ҡолай. Инцидент урынына тиҙ генә ҡотҡарыусылар килеп етә. Бәхеткә күрә, хәл таң менән теркәлә, был ваҡытта төҙөлөш майҙансығында кеше әҙ була һәм бер кем дә зыян күрмәй.
Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл Мәжит Ғафури урамында барған төҙөлөштә теркәлә. Уның сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Фото: Өфө ҡалаһының Граждандарҙы һаҡлау идаралығы.