Хәүефһеҙлек
19 Май 2020, 12:00

Ун көн буйы ҡайҙа йөрөгән?

Байрам көнөндә күк күлдәк һәм джинсы салбарҙа сығып китеп ғәйеп булған йәшел күҙле ҡатын табылған...

Еңеү Көнөндә, 9 майҙа, өйөнән сығып китеп, хәбәрһеҙ юғалған Илизә Буранованы эҙләү хаҡында төрлө матбуғат саралары хәбәр иткәйне. 36 йәшлек ҡатынды борсолған яҡындарының мөрәжәғәте буйынса ирекмәндәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләй ине.
Бөгөн мәғлүм булыуынса, байрам көнөндә күк күлдәк һәм джинсы салбарҙа сығып китеп ғәйеп булған йәшел күҙле ҡатын табылған: был хаҡта “Лиза Алерт” эҙләү отряды ирекмәндәре хәбәр иткән.
Иң мөһиме – ҡатын иҫән-һау. Ун көн буйына, күпме кешене аяҡҡа баҫтырып, яҡындарын борсоуға һалып, Илизәнең ҡайҙа һәм нимә эшләп йөрөгәне сер булып ҡала.
Фото: ufacitynews.ru
Читайте нас