Кисә баш ҡалалағы туҡталыштарҙың береһендә ике йәш тирәһендәге баланың табылыуы, уның әсәһен юғалтыуын хәбәр иткәйнек. Әйтергә кәрәк, шаһиттар әйтеүенсә, туҡталышта ике сәғәт самаһы ултырған бала миҙгелгә ҡарата тейешле кейенгән булған, бер ҙә ташландыҡ сабыйға оҡшамаған.
Мәғлүмәт шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә лә йәшен тиҙлегендә таралды һәм битараф булмаған кешеләр баланың яҙмышын хәл итеүҙә әүҙемлек күрһәтте. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова ла социаль селтәрҙәрҙә пост ҡалдырған.
Тиҙҙән бәләкәстең йәшәгән урыны асыҡланған: баҡтиһәң, ул туҡталыштан йыраҡ булмаған.
– Хөрмәтле өфөләр! Баланың әсәһе табылды. Шул иҫәптән, һеҙҙең тырышлыҡ менән дә. Баланы танығандар. Тик әсәһе генә әлегә уны танырлыҡ хәлдә түгел... Шуға унан һорау ҙа ала алмайҙар, – тип яҙған Алина Сөләймәнова.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баланың әсәһе лаяҡыл иҫерек булып сыҡҡан, шуғалыр ҙа балаһын урамда онотоп ҡалдырған. Ул яуапһыҙлығы өсөн тейешле язаһын һәм һабаҡ алыр, тип өмөтләнәйек.