Хәүефһеҙлек
20 Май 2020, 17:00

Рулдә йәштәр булған...

Бөгөн төндә баш ҡалала ҡурҡыныс авария теркәлде.

Бөгөн төндә баш ҡаланың Рихарда Зорге урамында ҡурҡыныс авария теркәлгән.
Был хаҡта республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов үҙ блогында хәбәр иткән. Асыҡланыуынса, урамда “Ниссан” маркалы сит ил автомобиле менән етенсе модель “ВАЗ” бәрелешкән. Рулдә йәштәр булған: 24 һәм 27 йәшлектәр. Икеһе лә төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған, унан тыш, иномаркалағы өс пассажирға ла табиптар ярҙамы кәрәк булған.
Юл ҡағиҙәләрен үтәмәү, юғары тиҙлек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошондай фажиғәләргә килтерә. Һуңғы тәүлектә төбәктә ике меңдән ашыу юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, 25 иҫерек водитель тотолған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас