Хәүефһеҙлек
21 Май 2020, 16:20

Булгаков ауылында баҙар ябылған

Тәртип боҙоу осраҡтарының иң киң таралғаны - һатыусыларҙың һәм һатып алыусыларҙың битлек менән бирсәткәләрһеҙ булыуы, Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы эшмәкәрлеген туҡтатып торорға тейешле ойошмаларҙың хеҙмәт күрһәтеүен һаман дауам итеүе.

Башҡортостандың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты хакимиәт вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә көн дә муниципаль райондарҙағы һатыу итеү тәртибен, юғары әҙерлек режимы үтәлеү-үтәлмәүен тикшереп тора.
Аҙна элек шундай рейдтарҙың береһендә Булгаков ауылындағы баҙарҙа ҡайһы бер һатыусыларҙың һәм һатып алыусыларҙың битлекһеҙ, бирсәткәһеҙ булыуы асыҡланған, сауҙа урыны етәкселегенә шелтә эләккән, объект иғтибар үҙәгенә алынған.
Кисә, йәғни 20 майҙа, сираттағы тикшереү барышында баҙарҙы етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе ябып торорға ҡушылған. Бөгөн иһә сауҙа урыны яңынан асылған, әммә ул күҙәтеү аҫтында ҡала килә.
Ошоға оҡшаш хәл бер аҙна элек Дим биҫтәһе баҙарында булғайны. Әле ул үҙ эшен ҡуйылған бар талаптарға ярашлы дауам итә.
Һуңғы айҙа үткән тикшереүҙәр буйынса, 12580 ойошмала 143 тәртип боҙоу осрағы табылған. Уларҙың иң киң таралғаны – һатыусыларҙың һәм һатып алыусыларҙың битлек менән бирсәткәләрһеҙ булыуы, Башҡортостан Башлығының Указына ярашлы эшмәкәрлеген туҡтатып торорға тейешле ойошмаларҙың хеҙмәт күрһәтеүен һаман дауам итеүе.
Тәртип боҙғандарға ҡарата штрафтар ярайһы ҙур: граждандарға – бер меңдән алып утыҙ меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә – 10- 50 мең һум, шәхси эшҡыуарҙарға – 30 - 50 мең һум, юридик шәхестәргә – 100 меңдән алып 300 мең һумға ҡәҙәр. Әгәр ҙә тәртип ҡабаттан боҙола, хаталар өҫтөндә эш алып барылмай икән – ойошмаға ябылыу янай.
Фото: WhatsApp.
Читайте нас