Хәүефһеҙлек
22 Май 2020, 18:15

Ғафуриҙағы авария үлем менән тамамланған

Ә мотоциклдағы 35 йәшлек егет...

Ғафури районында йәнә бер үлемесле юл һәләкәте теркәлгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, авария Яңғыҙҡайын - Мораҡ - Йөрәктау юлының 5-се километрында булған.
"Датсун" автомобиле ни сәбәптәндер канауға осҡан. Руль артында - урындағы 59 йәшлек ир...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ярҙамға килеп еткән медицина хеҙмәткәрҙәре водителде ҡотҡарып өлгөрә алмай. Алынған ауыр йәрәхәттәрҙән ир шул урында уҡ йән бирә, табиптарға уның үлемен дәлилләп яҙыуҙан башҡа сара ҡалмай.

Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан юл һәләкәте буйынса тикшереү башланған.
Ә бына 21 майҙа Өфөлә булған автоһәләкәттә зыян күргән кешене тән йәрәхәттәре менән дауаханаға алып киткәндәр. Toyota рулендәге 30 йәшлек ханым боролошта мотоциклды бәрҙерә. Һөҙөмтәлә 35 йәшлек мотоциклист ауыр яралар ала, тип хәбәр итәләр ЮХХДИ-нан.

Фото: sobkor02.ru
Читайте нас