Йәмле йәй ҙә етә. Оҙайлы карантиндан һуң күңел саф һауаға, йәшеллеккә тартыла. Бигерәк тә балалар өйҙә ултырып сыҙай алмай: урамға дуҫтары менән уйнарға, аралашырға ашҡына, әммә төрлө бәлә-ҡаза балаларҙы аҙым һайын һағалап ҡына тора. Көтөп алған хозур осорҙо күңелһеҙ хәлдәргә тарымай, матур итеп үткәреү өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү артыҡ булмаҫ.
Дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ
Каникул етеү менән балалар күп ваҡытын урамда үткәрә. Онотолоп уйнаған саҡта, велосипедта йәки скутерҙа йөрөгәндә йыш ҡына, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, юл сатына ла килеп сығалар. Ә был водителдәр өсөн көтөлмәгән хәл булыуы ихтимал. Ошондай хәүефле хәлдәрҙе булдырмау маҡсатында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре төрлө иҫкәртеү саралары, рейдтары, акциялар уҙғара, әммә күп нәмә тәрбиәнән тора. Иң тәүҙә ата-әсә балаһын юлда үҙен тотоу мәҙәниәтенә өйрәтергә бурыслы.
Велосипед һәм башҡа мототранспорт саралары ла юғары хәүеф сығанағы булып һанала. 14 йәшкә тиклемге балалар велосипедта ихата сиктәренән ололар күҙәтеүендә генә сыға ала. Һуңғы йылдарҙа республиканың ҡайһы бер ҡалаларында велосипедсылар өсөн махсус юлдар барлыҡҡа килде. Ғәҙәттә, улар автомобиль юлдарына параллель рәүештә һалына, әммә юл саттары аша ла үтә. Был махсус һыҙаттарҙан 14 йәше тулған велосипедсылар ғына ҡулланырға хоҡуҡлы.
Еңел мотоциклдарҙа, скутерҙарҙа башлыса транспортҡа идара итеү оҫталығы, тәжрибәһе булмаған, күп осраҡта танытмалары ла юҡ үҫмерҙәр елдерә. Балаға скутер һатып алырҙан алда ата-әсә йәш водителде уҡытыуҙы хәстәрләргә тейеш. Үҫмер бәлиғ булғас ҡына транспорт сараһына идара итергә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта һаҡланыу саралары – шлем менән таянғыстар тураһында ла оноторға ярамай.
Белгестәр балаларҙың юлда йәрәхәтләнеү осраҡтарының төп өс сәбәбен билдәләй: өлкәндәр тарафынан тейешле контроль булмау, баланың иғтибарһыҙлығы, тәжрибәһеҙлек арҡаһында транспорт хәрәкәтен аныҡ баһалай белмәү.
“Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Дөрөҫ хәрәкәт итеү мәҙәниәтенә өйрәтегеҙ. Уның менән бергә эргә-тирәләге юлдарҙың айырыуса хәүефле урындарын билдәләгеҙ, мәҫәлән, хәрәкәт итеү тәртипкә һалынмаған юл саты, тар тротуар, магазин янында йөк машиналарының туҡтау урыны һ.б. Йәмәғәт транспортына ултырған, төшкән мәлдә тыуған хәүеф тураһында ла мотлаҡ аңлатығыҙ. Бәләкәй йәйәүле урамда мөмкин тиклем алыҫтан абайларлыҡ булһын, кейеменә яҡтылыҡты кире ҡаҡлыҡтырыусы махсус билдәләр ҡуйығыҙ. Был ҡараңғы мәлдә йәки насар һауа торошо шарттарында уны бәләнән ҡурсалаясаҡ”, – тигән кәңәш бирә РФ Эске эштәр министрлығы ЮХХДИ-һының Учалы районы буйынса бүлексәһе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы, өлкән лейтенант Гөлнара Ғүмәрова.
Тәҙрәләрҙе асыҡ ҡалдырмағыҙ
Көндәр йылынғас, барыбыҙ ҙа өйҙә лә, эш урынында ла тәҙрәләрҙе асабыҙ. Бәләкәй йәштәге балалар өсөн асыҡ тәҙрәләр, лоджия һәм балкондар ҙур хәүеф сығанағы һанала. Хатта кескәйҙәр янында өлкәндәр булғанда ла фажиғәле хәлдәр теркәлеп тора. Бер минутҡа иғтибарыңды ситкә йүнәлтһәң, сабый тәҙрә төбөнә менеп баҫып та өлгөрә һәм асыҡ тәҙрәлә саҡ эләгеп торған һаҡлағыс селтәргә таяна.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, быйыл алты бала тәҙрәнән осоп төшкән, шуларҙың берәүһе генә иҫән ҡалған.
Әгәр ҙә өйҙә бәләкәй бала булһа, тәҙрәне һәр саҡ йоҙаҡҡа ябып тоторға, вертикаль рәүештә генә асып елләтергә, блокиратор ҡуйҙыртырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлаусы селтәрҙе нисек кенә нығытһағыҙ ҙа, ул сабыйҙы ҡолауҙан араламаясаҡ. Балаларығыҙға тәҙрә төбөндә уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Асыҡ тәҙрәле бүлмәлә бәләкәсегеҙҙе бер минутҡа ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Әйткәндәй, күптән түгел Рәсәй Тәфтиш комитетының башланғысына ярашлы пластик тәҙрәләр етештереү нормаларына үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер уларҙа мотлаҡ тәҙрәне тулыһынса асыуға юл ҡуймаусы хәүефһеҙлек йоҙаҡтары, сисеп алыныусы тотҡалар булырға тейеш.
Ят әҙәмдәрҙән һаҡ булығыҙ
Ата-әсәләр янда булмағанда балалар төрлө насар уйлы әҙәмдәрҙең ҡорбанына әйләнеүе ихтимал. Быға юл ҡуймау өсөн ул һәм ҡыҙығыҙҙы килеп тыуған хәлде дөрөҫ баһаларға, тейешле ҡарар ҡабул итергә өйрәтегеҙ.
– Балағыҙҙы “дүрт ярамай” ҡағиҙәһенә төшөндөрөгөҙ: урамда таныш түгел кешеләр менән һөйләшергә, уларҙы өйгә саҡырырға ярамай, ят кеше менән подъезға, лифтҡа инергә, таныш булмаған кешенең машинаһына ултырырға, урамда тотҡарланырға, бигерәк тә ҡараңғы төшкәс йөрөргә ярамай.
Әгәр ҙә баланан “Теге йәки был урамды нисек табырға?” тип һораһалар, белһә – өйрәтһен, әммә үткенсене оҙатып ҡуйырға кәрәкмәй. Әйҙә, алып барып күрһәт, тип инәлһәләр, өйгә ҡайтырға кәрәк, тиһен, шунда уҡ ата-әсәһенә шылтыратһын.
Әгәр бала янына машина туҡтаһа, мөмкин тиклем тиҙерәк ситкә китһен, саҡырһалар ҙа, ултырмаһын. Сит кеше һаман бәйләнеп маташһа, яҡындағы йортҡа ыңғайларға, тәҙрәгә ҡарап ҡул болғарға, туғандарыңдың берәйһен ярҙамға саҡырған булып ҡыланырға мөмкин.
Балағыҙға ят әҙәмгә нисек яуап бирергә икәнде алдан өйрәтегеҙ. Өйҙә уның менән икәү-ара ҡыҫҡа ғына сәхнәләштереүҙәр уйнап ҡарағыҙ, мәҫәлән, бәйләнсек әҙәмгә “Мин ҡабаланам, өйҙә көтәләр”, “Мин һеҙҙе белмәйем һәм һөйләшергә теләмәйем” тип ҡырҡа яуап бирергә өйрәтегеҙ.
Тағы ла бер мөһим ҡағиҙә: бала мотлаҡ ата-әсәһенең телефонын яттан белергә тейеш, – тип кәңәштәр бирә “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәгенең Учалы районы буйынса ғаиләләргә һәм балаларға социаль ярҙам бүлексәһе психологы Айгөл Ғәбдинова.
Хәйлә ҡармағына эләкмәһен
Хәҙерге заманда балаларға төрлө дини секталар, террорсы ойошмалар тарафынан да етди хәүеф янай.
– Әгәр ҙә ғаилә йәш кешелә бәләкәйҙән рухи ҡиммәттәр тәрбиәләй алмаһа, был бушлыҡты ялған дини ағымдар үҙ тәғлимәте менән тултырыуы ихтимал. Сектанттар үҙ ғаиләһендә аңлау тапмаған бәхетһеҙ балаларға иғтибар йүнәлтеүсән. Улар ата-әсә һөйөүенән мәхрүм, яҡланмаған йәндәрҙе бик оҫта ҡармаҡҡа эләктерә.
Балаға ата-әсәһе тарафынан көн һайын кәм тигәндә һигеҙ минут наҙ, йылы ҡосаҡ етә. Кемгәлер кәрәк булыуыңды, һине яратыуҙарын, яңғыҙ түгеллегеңде тойоу ышаныс һәм ныҡлыҡ өҫтәй. Әгәр ата-әсә үҙенең төп бурысын балаһын ашатыу-кейендереүҙә, ваҡ-төйәк сығымдарына аҡса биреүҙә генә күрһә, тормошо менән ҡыҙыҡһынмаһа, ул әкренләп ҡулдан ысҡына.
Йыш ҡына бала виртуаль донъяға ла ылыға. Улар унда кем менән аралаша, ниндәй мәғлүмәттәргә ылыға – берәү ҙә контролдә тотмай. Кеше йәнен аулаусылар бынан оҫта файҙаланып, аңдарын томалап, тәғлимәтен һеңдерә, яйлап ҡына үҙ мәнфәғәтендә ҡуллана башлай. Шуға күрә балаларығыҙ менән йышыраҡ һөйләшегеҙ, эштәре менән ҡыҙыҡһынығыҙ, ниндәй уй-хыялдар менән йәшәүен, нимә борсоуын белегеҙ, – ти психолог.
Үкенескә ҡаршы, бөтә ата-әсәләр ҙә балаһын даими рәүештә иғтибар үҙәгендә тота алмай, шуға күрә йортоғоҙҙа мөмкин тиклем хәүефһеҙ шарттар булдырырға тырышығыҙ.
Шырпы тоҡандырғыс, еңел яныусы шыйыҡсалар, шәмдәр, бенгаль уттары, петардаларҙы бала ҡулы етмәгән ерҙә тотоғоҙ. Аҙыҡ-түлек өсөн тәғәйенләнгән һауыттарҙа ағыулы матдәләр, дарыуҙар, ағартыу өсөн тәғәйен шыйыҡсалар, кислоталар һәм янар әйберҙәр һаҡламағыҙ – балалар уларҙы яңылыш эсеүе ихтимал. Бындай кәрәк-яраҡты тышына яҙылған махсус һауыттарҙа, кескәйҙәр ала алмаҫлыҡ урында тотоу яҡшы. Электр розеткаларының тишектәрен махсус һаҡлағыс менән ҡаплап ҡуйығыҙ.
– Балалар һәм үҫмерҙәр шуны иҫендә тоторға тейеш: йорт ишеген асыр алдынан мотлаҡ “күҙ” аша ҡарағыҙ. Әгәр баҫҡыс майҙансығында кешеләр торһа, уларҙың киткәнен көтөгөҙ. Үҙен сантехник, электрик, почтальон тип танытыусыларға ла ишек асмағыҙ. Әгәр өйҙә ҡапыл ут һүнһә йәки торбанан һыу ағып китһә лә, тәүҙә атай-әсәйегеҙгә шылтыратығыҙ, – тигән кәңәш бирә белгестәр.
Пандемия арҡаһында әле билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем кисектерелеп торһа ла, йәй асыҡ майҙандарҙа төрлө саралар – фестивалдәр, концерттар йыш уҙғарыла. Балаларығыҙҙы халыҡ күп йыйылған урындарға бөтөнләй йөрөтмәү хәйерле. Әгәр ҙә байрам ваҡытында ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡһа, айырым ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ:
l халыҡ ағымы ҡыҫа башлаһа, барлыҡ йөктән арынығыҙ, оҙон ҡайышлы сумка, шарф кеүек әйберҙәрҙе сисегеҙ;
l хәрәкәт иткәндә балағыҙ артта түгел, ә һеҙҙән алда булһын;
l балағыҙҙы елкәгеҙгә ултыртығыҙ һәм аяҡтарынан ныҡ итеп тотоғоҙ;
l әгәр ҙә ололар бер нисәү икән, бала тирәләй бер-берегеҙгә ҡарап баҫығыҙ һәм шул килеш хәрәкәт итегеҙ.
Балалар хәүефһеҙлеге – ололар намыҫында, тип юҡҡа әйтелмәй, тәбиғәт ҡосағына, урман-ҡырҙарға сыҡҡанда, һыу ингәндә лә уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Балаларыбыҙ бәләгә тарымаһын!