Хәүефһеҙлек
22 Май 2020, 17:45

Егеткә ярҙам кәрәк!

24 йәшлек водитель ҡот осҡос аварияға эләгеп, иҫән ҡалған, әммә реанимацияла ята, комала. Уға ярҙам өсөн ҡан бирергә теләгәндәрҙе баш ҡалалағы Ҡан ҡойоу станцияһында көтәләр.

Өфө егетенә ашығыс ярҙам талап ителә. 24 йәшлек водитель ҡот осҡос аварияға эләгеп, иҫән ҡалған, әммә реанимацияла ята, комала. Уны ҡотҡарыу өсөн ҡан кәрәк, ти табиптар.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мәғлүмәттәре буйынса, авария 19 майҙа Р. Зорге урамында киске сәғәт ете тирәһендә була. Илья Старостин “Ниссан Жук” автомобилендә “ВАЗ-2107” менән бәрелешә. Өс пассажир йәрәхәттәр ала.
Егеткә ярҙам итергә теләп, ҡан бирергә теләүселәр булһа, Батыр урамындағы 41/1 һанлы йортта урынлашҡан Ҡан ҡойоу станцияһына рәхим итһен. Ҡан биргәндә егеттең исем-фамилияһын атап әйтергә мөмкин. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ошо ваҡиғаға шаһит булғандарҙың дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт итеүен һорай. Түбәндәге телефонға шылтыратығыҙ: 27-93-336, 8-987-097-62-91. “Конфиденциальность һаҡланасаҡ”, тип вәғәҙә итә ЮХХДИ.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас