Былтыр баш ҡаланың Р. Зорге урамында, Көньяҡ автовокзал эргәһендә көпә-көндөҙ вәхшиҙәрсә енәйәт ҡылынғаны, автомобилдә китеп барған йәш ирҙе атып үлтереүҙәре, эргәһендәге ҡыҙҙы ҡаты яралауҙары хаҡында төрлө матбуғат саралары хәбәр иткәйне.
Был енәйәтте башҡарыуҙа Өфө районынан 25 йәшлек ир ғәйепләнә.
Тәфтишселәр билдәләүенсә, 9 июндә ғәйепләнеүсе ҡорбанына Көньяҡ автовокзал эргәһендәге туҡталҡала осрашыу билдәләгән, уныһы 24 йәшлек ҡыҙ менән килгән. Енәйәтсе машинала ултырған танышына бер нисә тапҡыр атҡан, пассажирға ла пуля эләккән. Тәфтишселәр, барыһына ла 30 мең һум бурысты түләмәү теләге сәбәпсе булып торған, ти. Йәнәһе, һәләк булған ир буласаҡ үлтереүсеһенә янаған, унан аҡса талап иткән, ә был, түҙмәйесә, уны атып үлтергән.
Ир урында уҡ һәләк булған, ҡыҙҙы иһә эргә-тирәләге кешеләр беренсе ярҙам күрһәтеп, ҡотҡарып алып ҡалған. Енәйәтсе фажиғә урынынан машинаға ултырып ҡасырға маташҡан, әммә уны полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала тотҡан. Ул ғәйебен өлөшләтә таныған. Хәҙер иһә, йылға яҡын тәфтиш эштәре тамамланғандан һуң, эш судҡа барып еткән, енәйәтсегә хөкөм ҡарары сығарыласаҡ.