Хәүефһеҙлек
23 Май 2020, 12:20

Ҡаршы һыҙатҡа ниңә сыҡҡан?

Көслө бәрелешеүҙән водитель шунда уҡ йән бирә. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Кисә аяныслы хәл – үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Өфө - Мәскәү автомобиль трассаһының 1311-се километрында була.
М7 трассаһында ВАЗ-21099 автомобиленә идара иткән 50 йәшлек водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Renault Duster”ға, унан “Scania” йөк машинаһына төкөй. Шул тиклем көслө бәрелешеүҙән водитель шунда уҡ йән бирә, автомобиле металл һыныҡтарына әүерелә.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аварияның сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында ваҡиға булған урында оператив-тикшереү төркөмө эшләй.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото: "Башинформ", Kamenka.pnzreg.ru
Читайте нас