Кисә Ғафури районында ауыр юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Аҡкүл – Табын автомобиль трассаһының 4-се километрында ВАЗ-2114 автомобиле водителе боролошта юлдан сығып китә һәм ағасҡа ҡаты бәрелә.
Башҡоростан буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 йәшлек водитель һәм уның 29 йәшлек пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Рулдәге ирҙең эскән булыуы, өҫтәүенә 2017 йылда уҡ транспортҡа идара итеү таныҡлығының алынғаны асыҡланған.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан биш юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, эскән килеш рулгә ултырған 33 водитель туҡтатылған, аварияларҙа алты кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!