Йылдың һәр көнө тиерлек ниндәйҙер ваҡиғаға бәйле. Мәҫәлән, 25 май – Халыҡ-ара юғалған балалар көнө.
Был датаны юғалған балаларға иғтибарҙы арттырыу маҡсатында булдырылған. Ни өсөн тигәндә, ошондай хәлдәр һәр саҡ ҡабатланып тора. Көн һайын тиерлек “бала юғалды”, “өйҙәр сығып китте лә ҡайтманы”, “мәктәпкә китеп барғанда юҡ булды” һымаҡ мәғлүмәттәргә юлығаһың.
Былтыр Рәсәй Тәфтиш комитетына балалар юғалыуы тураһында 14969 мәғлүмәт килгән. Тәртип һаҡлау органдарының ойошҡан эше һөҙөмтәһендә уларҙың 93,71 прпоценты тәүге көндә үк иҫән-һау табылған, ә ҡалған 941 баланы эҙләү иғлан ителгән. Йыл һөҙөмтәләре буйынса, уларҙың 854-е табылған, шул иҫәптән 14-е енәйәтселәр ҡорбанына әйләнгән. Былтыр юғалған бәлиғ булмағандарҙың 74-е әле лә юҡ.
Быйыл беренсе кварталда балалар юғалыуы тураһында 3629 мөрәжәғәт булған, уларҙың 3576-һы (98,6 проценты) табылған.
Әлбиттә, балалар төрлө шарттарҙа һәм хәлдәрҙә юғала, шуға ла ата-әсәгә, ололарға уларҙы күҙҙән төшөрмәй ҡарап торорға, иғтибарҙы күберәк бүлергә кәрәк.