Алдан күҙаллауҙар буйынса, дүрт йәшлек малай өләсәһенең өйө эргәһендә һеңлеһе менән уйнап йөрөгән. Бер мәл бала атаһының автомобиленә ингән һәм алдағы пассажир урыны яғындағы тәҙрәнән башын һоноп сығарған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап ошо мәлдә ишек быялаһы күтәрелгән һәм малайҙың муйыны ишек быялаһы менән арка араһында ҡыҫылып ҡалған. Ошо бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында алған тән йәрәхәттәренән бәләкәстең ғүмере өҙөлгән.
Әлеге ваҡытта тәфтишселәр тарафынан фажиғә урыны тикшерелгән. Бынан тыш, суд медицинаһы экспертизаһы үткәрелә, баланың ата-әсәһе һәм башҡа шаһиттар тәфтишселәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Өҫтәүенә, ғаиләнең йәшәү һәм көнкүреш шарттары өйрәнелә. Шулай итеп, фажиғә сәбәптәрен һәм был аяныслы хәлгә килтергән шарттарҙы – барыһын да – асыҡлау өсөн барлыҡ тәфтиш эштәре атҡарыла. “Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты тарафынан дүрт йәшлек баланың бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында һәләк булыу факты буйынса тикшереү эштәре үткәрелә. Уның барышы һәм һөҙөмтәләре – республиканың Тәфтиш идаралығы контролендә”, – тип белдергән ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡаза ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй шул. Шуға һаҡ һәм иғтибарлы булайыҡ, бәләкәстәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмайыҡ.